Mark 9:33-37
Кем иң бөйөгө?
(Маҫ 18:1-5; Лк 9:46-48)
33Улар Капернаумға әйләнеп килде. Өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән: – Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ? – тип һораны. 34Тегеләр өндәшмәне, сөнки юл буйына араларында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшеп килгәйнеләр. 35Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып: – Кем беренсе булырға теләй, шул иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине. 36Ул бер баланы алып уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла, уны ҡосаҡлап, шәкерттәренә: 37– Ошондай балаларҙың береһен кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәргәнде ҡабул итә, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023