‏ Matthew 1:1-17

Ғайсаның шәжәрәһе

(Лк 3:23-38)

1 aИбраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе. 2Ибраһим – Исхаҡтың, Исхаҡ – Яҡуптың, Яҡуп Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы; 3Йәһүҙә Тамарҙан тыуған Пәрәс һәм Зерахтың атаһы; Пәрәс – Хесрондың, Хесрон – Арамдың, 4Арам – Ғамминадавтың, Ғамминадав – Нахшондың, Нахшон – Салманың, 5Салма – Рахавтан тыуған Боғаздың, Боғаз – Руттан тыуған Ғоведтың, Ғовед – Ишайҙың, 6Ишай Дауыт батшаның атаһы ине.

Дауыт Урияһтың ҡатынынан тыуған Сөләймәндең,
7Сөләймән – Рехавғамдың, Рехавғам – Авияһтың, Авияһ – Асаның, 8Аса – Йеһошафаттың, Йеһошафат – Йеһорамдың, Йеһорам – Ғуззияһтың, 9Ғуззияһ – Йоҫамдың, Йоҫам – Ахаздың, Ахаз – Хизкияһтың, 10Хизкияһ – Менашшеның, Менашше – Амондың, Амон Йошияһтың атаһы ине; 11 bИсраил халҡы көсләп Бабилға күсерелгән дәүерҙә Йошияһтың улы Йехонъяһ һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.

12Бабилға көсләп күсерелгәндән һуң Йехонъяһтың улы Шеалтиил тыуҙы. Шеалтиил – Зеруббавелдың, 13Зеруббавел – Авиһудтың, Авиһуд – Әлъяҡимдың, Әлъяҡим – Азорҙың, 14Азор – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимдың, Ахим – Әлиудтың, 15Әлиуд – Әлғазарҙың, Әлғазар – Матҫандың, Матҫан – Яҡуптың, 16Яҡуп Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.

17Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Бабилға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм, Бабилға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды.

Copyright information for BakIBT2023