‏ Matthew 1:18-25

Ғайсаның тыуыуы

(Лк 2:1-7)

18Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана. 19Ире Йософ иһә, тәҡүә
Тәҡүә – Алланың һүҙен, Уның ҡушҡандарын теүәл үтәгән кеше.
кеше булараҡ, Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, йәрәшеүҙе йәшерен генә өҙөргә ниәтләй.
20Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә.

– Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.
21Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса
Ғайса – йәһүд телендә «Йеһошуағ» – «Раббы ҡотҡара» тигән мәғәнәлә.
тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.

22Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:

23 c«Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр.
Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», –

тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды.

«Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.

24Йософ, йоҡоһонан уянғас, Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә. 25Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.

Copyright information for BakIBT2023