Matthew 10:5-15
Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе
(Мрк 6:7-11; Лк 9:2-5; 10:4-12)
5Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ. 6Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ. 7Барған ерҙәрегеҙҙә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип иғлан итегеҙ. 8Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ. 9Билбауығыҙға алтын да, көмөш тә, баҡыр аҡса ла төйнәмәгеҙ. 10Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – эшләгән кешенең тейешле ризығын алырға хаҡы бар. 11Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ. Киткәнгә тиклем шуның өйөндә ҡалығыҙ. 12Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ. 13Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы булһа, һеҙ теләгән именлек улар менән ҡалһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын. 14Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ ▼▼ Йәһүдтәр, үҙҙәренә бер бысраҡ та эйәреп ҡайтмаһын өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып һанала, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ.
. 15Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содом менән Ғамораның хәле ул ҡаланың хәленән еңелерәк булыр.
Copyright information for
BakIBT2023