‏ Matthew 11:2-19

2 3 aТөрмәлә ултырған Яхъя Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.

4– Барығыҙ, ишеткән һәм күргәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: 5 bһуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. 6Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуапланы уларға Ғайса.

7Яхъяның шәкерттәре киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы:

– Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы?
8Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй. 9Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе! Мин һеҙгә әйтәм: Яхъя пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 10 cУның тураһында Изге Яҙмала:

«Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм,
Ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», –

тип яҙылған.
11Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк. 12Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына аяуһыҙ һөжүм итәләр һәм уны яулап алырға тырышалар. 13Яхъя килгәнгә тиклем үк бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да буласаҡ ваҡиғалар тураһында алдан белдерҙе. 14 dӘгәр ҡабул итергә теләйһегеҙ икән, белегеҙ: ул – килергә тейеш булған Ильяс. 15Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

16 17Был быуын кешеләрен кем менән сағыштырайым икән? Улар:

«Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ,
ә һеҙ бейемәнегеҙ.
Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ,
ә һеҙ ҡайғырып иламанығыҙ», –

тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған.

18Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр. 19 eӘҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «ҡылған эштәренән» урынына «балаларынан» тип бирелгән һәм уны былай аңларға мөмкин: «Әммә Алла аҡылы уны ҡабул иткән кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана».
күренә.

Copyright information for BakIBT2023