‏ Matthew 11:25-27

«Миңә килегеҙ»

(Лк 10:21-22)

25Бынан һуң Ғайса:

– Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! – тине. – Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам!
26Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине! 27Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.

Copyright information for BakIBT2023