Matthew 12:1-8
Шәмбе хаҡында һорау
(Мрк 2:23-28; Лк 6:1-5)
1 aБер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Асыҡҡан шәкерттәре башаҡ өҙөп ашай башланы. 2Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй, – тинеләр. 3– 4 b– Дауыт менән уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡығанығыҙ юҡмы ни? Ул, Алла йортона инеп, үҙенең кешеләре менән Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған. Ә ҡанун буйынса, уларҙы ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй, – тине Ғайса. – 5Йәки Алла йортонда ҡаһиндарҙың, шәмбе көндө хеҙмәт итеп, ул көндө боҙоуҙары, әммә бының улар өсөн ғәйепкә һаналмауы хаҡында ҡанунда яҙылғанды уҡыманығыҙмы? 6Һеҙгә әйтәм: бында Алла йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар. 7 cӘгәр ҙә һеҙ: «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаған булһағыҙ, ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ инегеҙ. 8Сөнки Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң хужаһы.
Copyright information for
BakIBT2023