‏ Matthew 12:22-29

Ғайса һәм Бәғел-Зевул

(Мрк 3:22-29; Лк 11:14-23; 12:10)

22Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырғас, ул һөйләшә һәм күрә башланы. 23Бөтөн халыҡ шаҡ ҡатып бер-береһенән:

– Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар.

24Быны ишетеп фарисейҙар:

– Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.

25Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп, былай тине:

– Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ эсендә дошманлыҡ булған һәр ҡала йәки ғаилә лә имен тороп ҡала алмаҫ.
26Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша. Был осраҡта уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр һуң? 27Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә әйҙә улар һеҙҙе хөкөм итһен. 28Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.

29Кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алыр икән? Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына уның өйөн талай алыр.

Copyright information for BakIBT2023