‏ Matthew 12:46-50

Ғайсаның әсәһе һәм туғандары

(Мрк 3:31-35; Лк 8:19-21)

46Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине. 47Кемдер берәү Ғайсаға:

– Ана, әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар Һинең менән һөйләшергә теләй, – тине.

48Ғайса был кешенән:

– Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым? – тип һораны ла
49ҡулы менән шәкерттәренә күрһәтте: – Бына Минең әсәйем менән туғандарым! 50Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.

Copyright information for BakIBT2023