‏ Matthew 13:1-23

Сәсеүсе хаҡында ҡисса

(Мрк 4:1-9; Лк 8:4-8)

1Шул көндө Ғайса, өйҙән сығып, күл буйына барып ултырҙы. 2Уның тирәһенә күмәк халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 3Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне:

– Бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан.
4Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән. Ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөткән. 5Ҡайһы береһе тупрағы аҙ булған ташлы ергә төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, орлоҡ тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған. 7Башҡа орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, үҫентеләрҙе баҫып киткән. 8Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән. 9Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

Кинәйәле ҡиссалар һөйләүҙең маҡсаты

(Мрк 4:10-20; Лк 8:9-15; 10:23-24)

10Шәкерттәре Уның янына килеп:

– Ни өсөн Һин халыҡҡа ҡиссалар менән һөйләйһең? – тип һораны.

11– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. – 12Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. 13Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар менән һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. 14 aБына шулай Ишағыяһтың пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты:

«Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ,
ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ.
15Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан,
ҡолаҡтары көскә ишетә,
улар күҙҙәрен дә йомған.
Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә,
ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә,
йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр.
Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар –
Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».

16Ә һеҙ бәхетле, сөнки күҙҙәрегеҙ күрә, ҡолаҡтарығыҙ ишетә. 17Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.

Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе

18Ә хәҙер сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның нимә аңлатҡанын тыңлағыҙ. 19Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ. 20Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 21әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә. 22Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй. 23Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.

Copyright information for BakIBT2023