Matthew 13:31-32
Гәрсис орлоғо һәм әсетке хаҡында ҡисса
(Мрк 4:30-34; Лк 13:18-21)
31Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы берәүҙең үҙ баҫыуына сәскән гәрсис орлоғона оҡшаған. 32Ул бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ, әммә үҫкәс, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк ағасҡа әүерелә. Ҡоштар, осоп килеп, уның ботаҡтарында оя ҡора.
Copyright information for
BakIBT2023