‏ Matthew 14:1-12

Сумдырыусы Яхъяның үлеме

(Мрк 6:14-29; Лк 9:7-9)

1Шул арала Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр өлкә идарасыһы Һирудҡа барып ишетелде. 2Ул үҙенең кешеләренә: «Был – Сумдырыусы Яхъя. Ул үленән терелеп торған. Шуға күрә Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – тине.

3Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны. 4Сөнки Яхъя Һирудҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне. 5Һируд Яхъяны үлтергән булыр ине, тик халыҡтан ҡурҡҡайны. Сөнки кешеләр Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.

6Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны, 7ҡыҙ нимә генә һорамаһын, бөтәһен дә бирергә ант итте. 8Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә:

– Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине.

9Батша ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән анты хаҡына ҡыҙҙың теләген үтәргә 10һәм төрмәлә Яхъяның башын ҡырҡтырырға әмер бирҙе. 11Ҡырҡылған башты ҡоштабаҡҡа һалып килтерҙеләр ҙә ҡыҙға бирҙеләр, ә ул әсәһенә тапшырҙы. 12Яхъяның шәкерттәре килеп остаздарының кәүҙәһен алып китте. Уны ҡәбергә һалғас, был хаҡта Ғайсаға барып һөйләнеләр.

Copyright information for BakIBT2023