Matthew 14:13-21
Биш мең кешене туйҙырыу
(Мрк 6:32-44; Лк 9:10-17; Ях 6:1-13)
13Был хаҡта ишеткәндән һуң, Ғайса яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Быны белеп ҡалған халыҡ, ҡалаларынан сығып, Уның артынан йәйәүләп китте. 14Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уларҙы йәлләп, араларындағы ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырҙы. 15Көн кисләгәс, Уның янына шәкерттәре килде: – Бында ҡола ялан, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар. 16– Китеүҙең кәрәге юҡ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса. 17Шәкерттәре Ғайсаға: – Беҙҙең бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, – тинеләр. 18– Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса. 19Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. 20 aБөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. 21Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, биш мең самаһы ир кеше ине.
Copyright information for
BakIBT2023