Matthew 14:22-33
Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе
(Мрк 6:45-56; Ях 6:16-21)
22Шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡҡа сыға торорға ҡушты, ә Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды. 23Халыҡты оҙатҡандан һуң, Ул яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға менде. Кис еткәндә лә Ул бында бер үҙе булды. 24Ә кәмә ярҙан алыҫ ▼▼ Алыҫ – грекса «күп стадия». Бер стадия – 185 м.
киткәйне инде. Ел ҡаршы булғанлыҡтан, кәмәгә көслө тулҡындар килеп бәрелде. 25Таң атып килгән мәлдә ▼▼ Таң атып килгән мәл – таңғы өс менән алты араһы.
Ғайса күл өҫтөнән атлап шәкерттәре янына китте. 26Улар, Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, ҡурҡып киттеләр. – Был өрәк! – тип ҡоттары осоп ҡысҡырып ебәрҙеләр. 27– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. 28Шунан Петрус: – Хакимым! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап Үҙеңдең яныңа барырға бойорсо, – тип өндәште. 29– Кил, – тине Ғайса. Петрус кәмәнән төштө лә һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы. 30Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы. – Хакимым, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул. 31Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың? 32Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды. 33Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.
Copyright information for
BakIBT2023