Matthew 15:1-20
Алла бойороғо һәм ата-бабаларҙан килгән йолалар
(Мрк 7:1-23)
1Шул ваҡыт Ғайса янына Йәрүсәлимдән фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп: 2– Ни өсөн Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы боҙа: ашар алдынан ҡулын йыумай? – тип һоранылар. 3– Ә һеҙ ни өсөн үҙегеҙҙең йолаларығыҙ хаҡына Алла бойороғон боҙаһығыҙ? – тине Ғайса. – 4 a bАлла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тигән бит. 5Ә һеҙ: «Кем атаһына йәки әсәһенә: „Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте Аллаға вәғәҙә иттем“, – ти, 6уға инде ата-әсәһен хөрмәт итмәһә лә ярай», – тип әйтәһегеҙ. Бының менән һеҙ үҙегеҙҙең йолағыҙ хаҡына Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. 7Ике йөҙлөләр! Ишағыяһ пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән: 8 c«Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә,әммә күңелдәре Минән алыҫ.
9Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа:
улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».
10Ғайса халыҡты янына саҡырып алып: – Тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ. 11Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине. 12Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килеп: – Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һоранылар. 13– Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул. 14– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк. 15Шунда Петрус Унан: – Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде. 16– Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса. 17– Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни? 18Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – күңеленән сыға. Уны шул бысрата ла. 19 dСөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға. 20Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел.
Copyright information for
BakIBT2023