Matthew 15:21-28
Ҡәнғәни ҡатындың иманы
(Мрк 7:24-30)
21Шунан Ғайса Тир һәм Сидон төбәгенә китте. 22Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы. 23Әммә Ғайса бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Шәкерттәре килеп: – Әйт әле, китһен. Юғиһә ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде. 24– Мин бары тик Исраил халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәнмен, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. 25Ҡатын иһә килеп Уның алдына йөҙтүбән ҡапланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе! 26– Икмәкте балаларҙан алып, көсөктәргә ырғытыу яҡшы түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. 27– Эйе, Әфәндем. Тик көсөктәр ҙә бит хужаһының өҫтәленән ҡойолған валсыҡтарҙы ашай, – тине ҡатын. 28Ғайса уға: – Эй апай! Һинең иманың ныҡ! Әйҙә, теләгәнеңсә булһын, – тине. Ҡатындың ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.
Copyright information for
BakIBT2023