‏ Matthew 15:32-39

32Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды:

– Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы ас килеш ҡайтарып ебәргем килмәй: юлда хәлдәре бөтөр.

33– Был тиклем халыҡты туйҙырырлыҡ икмәкте бынау ҡола ялан ерҙә ҡайҙан табайыҡ? – тине Уға шәкерттәре.

34– Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар?

– Ете икмәк һәм бер нисә ваҡ балыҡ.

35Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, 36ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. 37Бөтәһе лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. 38Ә ашаусылар, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, дүрт мең ир кеше ине. 39Халыҡты ҡайтарып ебәргәс, Ғайса, кәмәгә ултырып, Магадан ерҙәренә юл тотто.

Copyright information for BakIBT2023