Matthew 16:13-20
Петрустың Ғайсаны Мәсих тип таныуы
(Мрк 8:27-30; Лк 9:18-21)
13Филиппус Ҡайсареяһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән: – Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны. 14– Берәүҙәр Уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Йермеяһ йәки башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тине шәкерттәре. 15– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? 16– Һин – Мәсих, тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Шимғон Петрус. 17– Йона улы Шимғон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кеше түгел, ә Минең күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. – 18Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус ▼▼ Петрус – грек телендә «ҡая» тигән мәғәнәлә.
һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген ▼▼ Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген – грек телендә һүҙмә-һүҙ: «Үҙемдең йыйынымды». Һүҙлектә «имандаштар берҙәмлеге»н ҡарағыҙ.
төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ. 19Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Ерҙә һин нимәне тыйһаң, шуны күктә Алла тыясаҡ. Ерҙә һин нимәне рөхсәт итһәң, шуны күктә Алла рөхсәт итәсәк. 20Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты.
Copyright information for
BakIBT2023