‏ Matthew 16:5-12

Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһе

(Мрк 8:14-21)

5Икенсе ярға сыҡтылар. Шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны.

6– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.

7Шәкерттәре үҙ-ара: «Беҙ икмәк алмаған өсөн шулай тип әйтә», – тиеште. 8Ғайса быны белеп:

– Имандары аҙҙар! Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ?
9Һаман бер ни ҙә аңламайһығыҙмы ни? Биш икмәктең биш мең кешегә еткәнен иҫләмәйһегеҙме? Ҡалғанын нисә кәрзин йыйып алдығыҙ? 10Ете икмәкте дүрт мең кешегә өләшкәнегеҙҙе, уны нисә кәрзин итеп йыйып алғанығыҙҙы ла оноттоғоҙмо? 11Мин Һеҙгә икмәк тураһында түгел, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ, тинем! Был һеҙгә аңлашылмаймы ни? – тине.

12Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушҡанын аңланылар.

Copyright information for BakIBT2023