Matthew 17:1-13
Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе
(Мрк 9:2-13; Лк 9:28-36)
1Алты көндән һуң Ғайса, Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм уның ҡустыһы Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. 2Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. 3Ҡараһалар, ҡаршыларында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшә башланы. 4Петрус Ғайсаға: – Хакимыбыҙ, беҙҙең бында булғаныбыҙ ҡайһылай яҡшы! Әгәр теләһәң, өс сатыр ҡорам: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине. 5 aПетрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. 6Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ергә ҡапланды, сөнки ҡоттары осҡайны. 7Ғайса килеп уларға ҡағылды ла: – Тороғоҙ, ҡурҡмағыҙ! – тине. 8Улар, баштарын күтәреп, Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәне. 9Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға: – Әҙәм Улы үлеп терелгәнгә тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип бойорҙо. 10Шәкерттәре Унан: – Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һораны. 11 b– Ысынлап та, Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 12– Әммә Мин һеҙгә шуны әйтәм: Ильяс килде инде, тик уны таныманылар һәм уның менән нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар. Әҙәм Улы ла улар ҡулында күп ғазаптар сигәсәк. 13Шунда инде шәкерттәре Ғайсаның Сумдырыусы Яхъя тураһында һөйләгәнен аңланылар.
Copyright information for
BakIBT2023