Matthew 17:14-19
Ен эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу
(Мрк 9:14-29; Лк 9:37-42)
14Улар халыҡ төркөмө янына әйләнеп ҡайтҡас, бер кеше Ғайса алдына килеп тубыҡланды: 15– Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана. 16Мин уны шәкерттәреңә алып килгәйнем, тик улар һауыҡтыра алманы. 17– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Малайҙы Минең яныма алып килегеҙ! – тине Ғайса. 18Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты. 19Шәкерттәр Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
Copyright information for
BakIBT2023