Matthew 18:1-5
Күктәр Батшалығында иң бөйөгө кем?
(Мрк 9:33-37; Лк 9:46-48; 17:1-2)
1Шул ваҡыт Ғайса янына шәкерттәре килеп: – Күктәр Батшалығында иң бөйөгө кем? – тип һораны. 2Ғайса, бер баланы саҡырып алып, уларҙың уртаһына баҫтырҙы 3ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине. 4– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен түбәнселек менән тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө булыр. 5Кем Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә.
Copyright information for
BakIBT2023