Matthew 19:1-9
Өйләнешеү һәм айырылышыу тураһында
(Мрк 10:1-12)
1Ғайса, һүҙен тамамлағас, Галилеянан китеп, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде. 2Уның артынан күмәк халыҡ эйәреп барҙы, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы. 3Ҡайһы бер фарисейҙар, Ғайсаға килеп, Уны һынар өсөн: – Ир кешегә ниндәйҙер сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар. 4 a– Бар ҡылыусы тәүҙән үк «уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты» тигәнде уҡыманығыҙмы ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. – 5 bАлла шулай уҡ: «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар», – тигән. 6 cТимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын. 7 dФарисейҙар иһә: – Улайһа, ни өсөн Муса ир кешегә, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы биреп, айырып ебәрергә рөхсәт иткән? – тинеләр. 8– Һеҙ таш йөрәкле булғанға күрә, Муса ҡатындарығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Башланғыста улай түгел ине, – тип яуапланы Ғайса. 9– Һеҙгә әйтәм: ҡатынының зина ҡылыуынан башҡа сәбәп арҡаһында уның менән айырылышҡан һәм башҡаға өйләнгән ир зина ҡыла.
Copyright information for
BakIBT2023