‏ Matthew 19:13-15

Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы

(Мрк 10:13-16; Лк 18:15-17)

13Шунан һуң Ғайса янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14Әммә Ғайса:

– Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы, – тине.

15Балаларға ҡулдарын ҡуйып фатихаһын биргәндән һуң Үҙ юлына китте.

Copyright information for BakIBT2023