Matthew 20:20-28
Ғайса һәм Зәбәҙәйостың улдары
(Мрк 10:35-45; Лк 22:24-27)
20Шунан Зәбәҙәйостың ҡатыны, улдары менән Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине. 21– Һин нимә теләйһең? – тине Ғайса. – Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе – Һинең уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине, – тине ҡатын. 22– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар. 23– Һеҙ, ысынлап та, Минең туҫтағымдан эсерһегеҙ, ә уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт биреү Минең ихтыярымда түгел. Ул урындар Атам тарафынан кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса. 24Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде. 25Ғайса уларҙы янына саҡырып: – Беләһегеҙ бит: хакимдар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, башлыҡтар ҙа уларға баш була. 26Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын. 27Арағыҙҙа кем беренсе булырға теләй, шул башҡаларға ҡол булһын. 28Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023