Matthew 20:25-28
25Ғайса уларҙы янына саҡырып: – Беләһегеҙ бит: хакимдар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, башлыҡтар ҙа уларға баш була. 26Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын. 27Арағыҙҙа кем беренсе булырға теләй, шул башҡаларға ҡол булһын. 28Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023