‏ Matthew 20:29-34

Ике һуҡырҙы һауыҡтырыу

(Мрк 10:46-52; Лк 18:35-43)

29Ғайса шәкерттәре менән Йерихо ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. 30Юл ситендә ике һуҡыр ултыра ине. Улар Ғайсаның үтеп барғанын ишетеп:

– Әфәндем, Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырҙылар.

31Халыҡ, уларҙы әрләп, тыйырға тырышты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп:

– Әфәндем, Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡабатланы.

32Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла:

– Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны.

33– Әфәндем, күҙҙәребеҙ күрһен ине! – тине улар.

34Ғайса, уларҙы йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Һуҡырҙар шунда уҡ күрә башланылар һәм Уға эйәреп киттеләр.

Copyright information for BakIBT2023