Matthew 21:1-9
Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе
(Мрк 11:1-10; Лк 19:28-38; Ях 12:12-15)
1Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге ауылына еткәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе. 2– Ҡаршылағы ауылға барығыҙ. Барып етеү менән бәйләп ҡуйылған инә ишәк менән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уларҙы ысҡындырып, Миңә алып килегеҙ. 3Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: «Улар Хужаға кәрәк», – тип яуап бирегеҙ. Ишәктәрҙе шунда уҡ биреп ебәрерҙәр, – тине Ул. 4Был иһә пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: 5 a«Сион-ҡыҙға ▼▼ Сион-ҡыҙ – Йәрүсәлим халҡы. Сион тауында Йәрүсәлим ҡалаһы урынлашҡан.
әйтегеҙ:бына, һиңә Батшаң килә.
Ул йыуаш; ишәккә һәм йәш ишәккә,
йөк йөрөтә торған хайуан балаһына, менгән».
6Шәкерттәре барып, бөтәһен дә Ғайса ҡушҡанса эшләне. 7Ишәк менән балаһын алып килеп, өҫ кейемдәрен һырттарына һалғас, Ғайса ишәккә атланды. 8Бик ҙур халыҡ төркөмө өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә ағастарҙың ботаҡтарын киҫеп һалды. 9 cҒайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ: – Дауыт Улына һосанна! ▼
▼ Һосанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «зинһар, ҡотҡар» тигәнде аңлата, Алланы данлау өсөн ҡулланыла.
Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!
Бейек күктәрҙә һосанна! –
тип ҡысҡырҙылар.
Copyright information for
BakIBT2023