Matthew 21:12-13
Алла йортон таҙартыу
(Мрк 11:15-19; Лк 19:45-47; Ях 2:13-16)
12Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 13 a bҒайса уларға: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине.
Copyright information for
BakIBT2023