Matthew 21:18-22
Инжир ағасын ҡарғау
(Мрк 11:12-14, 20-24)
18Иртәгәһенә Йәрүсәлимгә китеп барышлай Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 19Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына барҙы. Япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапмағас: – Бынан һуң бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно. 20Быны күреп, шәкерттәренең иҫе китте. – Инжир ағасы нисек улай ҡапыл ғына ҡороно һуң? – тип һоранылар. 21– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә икеләнмәй ышанһағыҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр. 22Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.
Copyright information for
BakIBT2023