Matthew 21:20-22
20Быны күреп, шәкерттәренең иҫе китте. – Инжир ағасы нисек улай ҡапыл ғына ҡороно һуң? – тип һоранылар. 21– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә икеләнмәй ышанһағыҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр. 22Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.
Copyright information for
BakIBT2023