‏ Matthew 21:33-46

Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса

(Мрк 12:1-12; Лк 20:9-19)

33 aХәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға
Ҡуртым – руссаһы: аренда.
биреп, ситкә сығып киткән.
34Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән. 35Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр. 36Хужа тағы ла күберәк хеҙмәтселәрен ебәргән, әммә улар менән дә шундай уҡ хәл ҡабатланған. 37Ахырҙа: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, улын ебәргән. 38Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. 39Уны тотоп, йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып үлтергәндәр. 40Инде баҡса хужаһы, әйләнеп ҡайтҡас, был йөҙөм үҫтереүселәрҙе нимә эшләтер?

41– Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар.

42 c– Ә һеҙ Изге Яҙмала:

«Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
Был Раббы тарафынан эшләнде –
күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», –

тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –
43Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк. 44 dБыл таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.

45Баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар, Ғайсаның ҡиссаларын тыңлап, Уның үҙҙәре тураһында һөйләгәнен аңланы. 46Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты, сөнки халыҡ Ғайсаны пәйғәмбәр тип һанай ине.

Copyright information for BakIBT2023