Matthew 22:15-22
Ҡайсарға һалым түләү хаҡында һорау
(Мрк 12:13-17; Лк 20:20-26)
15Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә, тип мәкер ҡорҙо. 16Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың. 17Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға ▼▼ Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе.
һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? 18Ғайса уларҙың яуыз ниәтен аңлап: – Эй ике йөҙлөләр, ниңә һеҙ Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? – тине. 19– Һалымды ниндәй аҡса менән түләйһегеҙ, шуны Миңә күрһәтегеҙ! Уға динар килтереп бирҙеләр. 20– Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм исеме яҙылған? – тип һораны Ғайса. 21– Ҡайсарҙыҡы, – тинеләр. – Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. 22Улар, быны ишетеп, хайран ҡалдылар. Шунан Уны ҡалдырып киттеләр.
Copyright information for
BakIBT2023