‏ Matthew 22:23-33

Үленән терелеү хаҡында һорау

(Мрк 12:18-27; Лк 20:27-40)

23Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре шул көндө Ғайса янына килеп ошондай һорау бирҙе:

24 a– Остаз, Муса ҡанунда: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тигән. 25Беҙҙең арабыҙҙа ағалы-ҡустылы ете бер туған бар ине. Беренсеһе, өйләнгәс, нәҫел ҡалдырмайынса үлеп китте, ҡатыны ҡустыһына ҡалды. 26Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды. 27Аҙаҡ ҡатын да вафат булып ҡуйҙы. 28Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул был ете туғандың ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Бөтәһе лә уның ире булған бит!

29– Һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, шуға күрә яңылышаһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 30– Терелгәс, улар өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар. 31Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 32 b«Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы.

33Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.

Copyright information for BakIBT2023