Matthew 22:34-40
Иң бөйөк бойороҡ хаҡында һорау
(Мрк 12:28-31; Лк 10:25-28)
34Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын япҡанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды. 35Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Ғайсаны һынарға теләп: 36– Остаз, ҡанундағы бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны. 37 a– «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. – 38Был беренсе һәм иң мөһим бойороҡ. 39 bИкенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». 40Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре ошо ике бойороҡҡа нигеҙләнгән.
Copyright information for
BakIBT2023