Matthew 23:1-7
Ғайсаның ҡанун белгестәрен һәм фарисейҙарҙы фаш итеүе
(Мрк 12:38-39; Лк 11:39-52; 20:45-46)
1Бынан һуң Ғайса халыҡҡа һәм Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итте: 2– Муса урынын фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре биләп алды. 3Шуға күрә уларҙы тыңлағыҙ һәм ҡушҡандарын үтәгеҙ, ләкин ҡылғандарын ҡабатламағыҙ, сөнки улар бер төрлө һөйләй, икенсе төрлө эшләй. 4Улар, күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай. 5Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын ▼▼ Изге Яҙмаларҙан өҙөктәр туплаған ҙур булмаған ҡумтаны доға ваҡытында үҙҙәренә бәйләгәндәр.
киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта. 6Табындың түрендә һәм ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа ултырырға яраталар. 7Баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен һәм үҙҙәренә «остаз» тип мөрәжәғәт иткәндәрен хуш күрә.
Copyright information for
BakIBT2023