bЗәб 117:26.

‏ Matthew 23:37-39

Ғайсаның Йәрүсәлим хаҡында көйөнөүе

(Лк 13:34-35)

37 aЭй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! 38Инде хәҙер Изге йортоғоҙҙо ташлап китәсәктәр, ул ташландыҡ хәлдә ҡаласаҡ. 39 bҺеҙгә әйтәм, ошо мәлдән башлап: «Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!

Copyright information for BakIBT2023