‏ Matthew 24:23-51

23Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки «Ул тегендә!» – тиһә, ышанмағыҙ. 24Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 25Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем.

26Шулай итеп, әгәр һеҙгә: «Ҡарағыҙ, Ул сүлдә», – тиһәләр, унда бармағыҙ, йәки: «Бына Ул, эске бүлмәлә», – тиһәләр, ышанмағыҙ. 27Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр. 28Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.

29 aШунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң,

«Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ,
күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм
күк көстәре тетрәр».

30 bШул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның күктәге болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙәге бөтә халыҡтар ҡайғырып илашыр. 31Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.

32Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәй яҡынлашҡанын беләһегеҙ. 33Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәс, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ. 34Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр. 35 cКүк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.

Уяу булырға саҡырыу

(Мрк 13:32-37; Лк 21:34-36; 17:26-27, 34-35; 12:39-46)

36Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 37 dНух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. 38Туфан алдынан кешеләр ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. 39Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. 40Ул ваҡытта баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 41Ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.

42Шуға күрә уяу булығыҙ! Хакимығыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит. 43Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына төндөң ҡайһы мәлендә ҡараҡтың килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. 44Шуның кеүек, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.

Ышаныслы һәм ышанысһыҙ хеҙмәтселәр хаҡында ҡисса

45Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. 46Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле! 47Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ. 48Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, 49башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә, 50хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр. 51Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер.

Copyright information for BakIBT2023