‏ Matthew 24:43-51

43Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына төндөң ҡайһы мәлендә ҡараҡтың килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. 44Шуның кеүек, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.

Ышаныслы һәм ышанысһыҙ хеҙмәтселәр хаҡында ҡисса

45Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. 46Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле! 47Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ. 48Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, 49башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә, 50хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр. 51Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер.

Copyright information for BakIBT2023