Matthew 25:14-30
Таланттар хаҡында ҡисса
(Лк 19:12-27)
14Күктәр Батшалығы ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып китер алдынан, хеҙмәтселәрен саҡырып, үҙенең мал-мөлкәтен уларға ышанып тапшырған. 15Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән дә үҙе юлға сыҡҡан. 16Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған. 17Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшкән. 18Ә бер талант алғаны иһә, хужаһының аҡсаһын ергә күмеп, йәшереп ҡуйған. 19Күп ваҡыт уҙғас, хеҙмәтселәрҙең хужаһы әйләнеп ҡайтҡан һәм уларҙан хисап талап иткән. 20Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым». 21Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән. 22Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым». 23Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән. 24Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең аяуһыҙ икәнеңде беләм: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың. 25Мин һинән ҡурҡтым да талантыңды ергә күмеп торҙом. Бына аҡсаң, ал үҙеңә», – тигән. 26Хужаһы иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: «Булдыҡһыҙ, ялҡау хеҙмәтсе! Сәсмәгән ерҙә урыуымды, һипмәгән ерҙә йыйыуымды белгәс, 27аҡсаларымды әйләнешкә индерергә кәрәк ине. Ҡайтҡас, мин үҙемдекен табышы менән алған булыр инем». 28Шунан хужа: «Ундағы бер талантты алығыҙ ҙа ун таланты булғанына бирегеҙ. 29Сөнки кемдә бар, шуға бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. 30Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡа, ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тине.
Copyright information for
BakIBT2023