Matthew 26:20-25
20Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә табынға ултырҙы. 21Ашап ултырғанда Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине. 22Улар, ауыр хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы: – Хакимым, мин түгелдер бит? – тип һораша башланылар. 23 aУл шәкерттәренә былай тине: – Икмәген минең менән бер һауытҡа манып ашағандарҙың береһе Миңә хыянат итәсәк. 24Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине. 25Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә: – Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.
Copyright information for
BakIBT2023