‏ Matthew 26:20-29

20Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә табынға ултырҙы. 21Ашап ултырғанда Ул:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.

22Улар, ауыр хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы:

– Хакимым, мин түгелдер бит? – тип һораша башланылар.

23 aУл шәкерттәренә былай тине:

– Икмәген минең менән бер һауытҡа манып ашағандарҙың береһе Миңә хыянат итәсәк.
24Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.

25Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә:

– Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны.

– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.

26Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште.

– Алығыҙ, ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.

27Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп:

– Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине.
28 b– Был – гонаһтарҙың ғәфү ителеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 29Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.

Copyright information for BakIBT2023