Matthew 26:33-35
33Петрус иһә: – Бөтәһе лә Һине ташлап киткән хәлдә лә, мин бер ҡасан да ташламам! – тине. 34Ләкин Ғайса: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тип яуапланы. 35– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, мин Һинән ваз кисмәйәсәкмен, – тине Петрус. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
Copyright information for
BakIBT2023