Matthew 26:36-46
Ғайсаның Геҫшемани баҡсаһында доға ҡылыуы
(Мрк 14:32-42; Лк 22:39-46)
36Ғайса шәкерттәре менән Геҫшемани тип аталған урынға килде. Шунда уларға: – Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ. Мин арыраҡ китеп доға ҡылайым, – тине. 37Ул Үҙе менән Петрусты һәм Зәбәҙәйостың ике улын алды. Ғайсаны һағыш һәм хәүеф солғап алды. 38Ул шәкерттәренә: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ, Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине. 39Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙтүбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазап туҫтағы Мине урап үтһен ине! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын. 40Ғайса, шәкерттәре янына килеп, уларҙың йоҡлап ятҡанын күрҙе. – Минең менән бергә бер генә сәғәт тә уяу ултыра алманығыҙмы ни? – тине Ул Петрусҡа. 41– Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ! 42Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам! Әгәр Миңә был туҫтаҡты эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярың буйынса булһын! 43Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. 44Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп өсөнсө тапҡыр доға ҡылды. 45Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? – тине. – Бына, ваҡыт килде. Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк. 46Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә.
Copyright information for
BakIBT2023