‏ Matthew 26:47-56

Ғайсаны ҡулға алыу

(Мрк 14:43-50; Лк 22:47-53; Ях 18:3-11)

47Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде. 48Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны.

49Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә:

– Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.

50Ғайса уға:

– Ниндәй ниәт менән килгән булһаң, шуны ҡыл, дуҫым!
Был урынды «ни өсөн килдең, дуҫым?» тип тә аңларға мөмкин.
– тине.

Бынан һуң Йәһүҙә менән булған кешеләр килделәр ҙә, Ғайсаны тотоп, һаҡ аҫтына алдылар.
51Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡынынан ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.

52Ғайса уға:

– Ҡылысыңды ҡыныңа тыҡ! Ҡулына ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине.
53– Әллә Мин Атама мөрәжәғәт итә алмам, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан
Легион – 6000 яугирҙән торған рим ғәскәре.
да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!
54Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, ошолай булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?

55Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә:

– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.
56Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине.

Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.

Copyright information for BakIBT2023