Matthew 26:47-75
Ғайсаны ҡулға алыу
(Мрк 14:43-50; Лк 22:47-53; Ях 18:3-11)
47Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде. 48Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны. 49Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды. 50Ғайса уға: – Ниндәй ниәт менән килгән булһаң, шуны ҡыл, дуҫым! ▼▼ Был урынды «ни өсөн килдең, дуҫым?» тип тә аңларға мөмкин.
– тине. Бынан һуң Йәһүҙә менән булған кешеләр килделәр ҙә, Ғайсаны тотоп, һаҡ аҫтына алдылар. 51Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡынынан ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө. 52Ғайса уға: – Ҡылысыңды ҡыныңа тыҡ! Ҡулына ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине. 53– Әллә Мин Атама мөрәжәғәт итә алмам, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан ▼▼ Легион – 6000 яугирҙән торған рим ғәскәре.
да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине! 54Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, ошолай булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын? 55Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ. 56Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте. Юғары кәңәшмә алдында
(Мрк 14:53-65; Лк 22:54-55, 63-71; Ях 18:12-13, 19-24)
57Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш ҡаһин Ҡаяфасҡа алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны. 58Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, ахыры нимә менән бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы. 59Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне. 60Ләкин күп ялған шаһиттар килеп һөйләһә лә, Уның бер ғәйебен дә таба алманылар. Ниһайәт, шаһитлыҡ итергә ике кеше сыҡты. 61Улар: – Был кеше: «Мин Алла йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр. 62Иң баш ҡаһин урынынан тороп, Ғайсаға: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине. 63Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны. 64 cҒайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ! 65 dШунда иң баш ҡаһин үҙенең өҫ кейемен йыртып: – Ул көфөр һөйләне! Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ! 66Ниндәй ҡарар сығараһығыҙ? – тип һораны. – Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар. 67Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрөп, йоҙроҡлап туҡмай башланылар. Ҡайһылары: 68– Эй, Мәсих, пәйғәмбәрлек итеп әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына һуҡтылар.Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе
(Мрк 14:66-72; Лк 22:54-62; Ях 18:16-18, 25-27)
69Был ваҡытта Петрус ихатала ултыра ине. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ уның эргәһенә килеп: – Һин дә галилеялы Ғайса менән булдың бит, – тине. 70Әммә Петрус бөтәһе алдында быны инҡар итеп: – Һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине. 71Ул ҡапҡа яғына ыңғайлағайны, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, шунда тороусыларға: – Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине. 72Петрус тағы ант менән: – Мин ул Әҙәмде белмәйем! – тип инҡар итте. 73Бер аҙҙан шунда торғандар уның янына килеп: – Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һөйләшеүеңдән үк күренеп тора, – тинеләр. 74Шунда Петрус: – Мин ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы. 75Шунда Петрус Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп-әрнеп иланы.
Copyright information for
BakIBT2023