‏ Matthew 26:59-66

59Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне. 60Ләкин күп ялған шаһиттар килеп һөйләһә лә, Уның бер ғәйебен дә таба алманылар. Ниһайәт, шаһитлыҡ итергә ике кеше сыҡты. 61Улар:

– Был кеше: «Мин Алла йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.

62Иң баш ҡаһин урынынан тороп, Ғайсаға:

– Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине.

63Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан:

– Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.

64 aҒайса уға:

– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!

65 bШунда иң баш ҡаһин үҙенең өҫ кейемен йыртып:

– Ул көфөр һөйләне! Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ!
66Ниндәй ҡарар сығараһығыҙ? – тип һораны.

– Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар.

Copyright information for BakIBT2023