‏ Matthew 26:6-13

Ғайсаны майлау

(Мрк 14:3-9; Лк 7:37-38; Ях 12:1-8)

6Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғондың өйөндә ине. 7Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр
Алебастр – көршәк яһауҙа ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш.
һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо.
8Быны күргән шәкерттәре асыуланды:

– Был майҙы ниңә шулай әрәм итергә?
9Уны ҡиммәт хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит!

10Ғайса, шәкерттәренең ризаһыҙлығын белеп, уларға:

– Ниңә һеҙ был ҡатындың хәтерен ҡалдыраһығыҙ? – тине. – Миңә яҡшылыҡ ҡылды бит ул.
11 bФәҡирҙәр һәр ваҡыт янығыҙҙа, Мин иһә һеҙҙең менән гел булмам. 12Был ҡатын, тәнемә май ҡойоп, Мине ерләргә әҙерләне. 13Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр.

Copyright information for BakIBT2023