Matthew 26:67-75
67Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрөп, йоҙроҡлап туҡмай башланылар. Ҡайһылары: 68– Эй, Мәсих, пәйғәмбәрлек итеп әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына һуҡтылар.Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе
(Мрк 14:66-72; Лк 22:54-62; Ях 18:16-18, 25-27)
69Был ваҡытта Петрус ихатала ултыра ине. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ уның эргәһенә килеп: – Һин дә галилеялы Ғайса менән булдың бит, – тине. 70Әммә Петрус бөтәһе алдында быны инҡар итеп: – Һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине. 71Ул ҡапҡа яғына ыңғайлағайны, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, шунда тороусыларға: – Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине. 72Петрус тағы ант менән: – Мин ул Әҙәмде белмәйем! – тип инҡар итте. 73Бер аҙҙан шунда торғандар уның янына килеп: – Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һөйләшеүеңдән үк күренеп тора, – тинеләр. 74Шунда Петрус: – Мин ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы. 75Шунда Петрус Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп-әрнеп иланы.
Copyright information for
BakIBT2023