‏ Matthew 26:69-75

Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе

(Мрк 14:66-72; Лк 22:54-62; Ях 18:16-18, 25-27)

69Был ваҡытта Петрус ихатала ултыра ине. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ уның эргәһенә килеп:

– Һин дә галилеялы Ғайса менән булдың бит, – тине.

70Әммә Петрус бөтәһе алдында быны инҡар итеп:

– Һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине.

71Ул ҡапҡа яғына ыңғайлағайны, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, шунда тороусыларға:

– Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине.

72Петрус тағы ант менән:

– Мин ул Әҙәмде белмәйем! – тип инҡар итте.

73Бер аҙҙан шунда торғандар уның янына килеп:

– Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һөйләшеүеңдән үк күренеп тора, – тинеләр.

74Шунда Петрус:

– Мин ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы.

Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы.
75Шунда Петрус Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп-әрнеп иланы.

Copyright information for BakIBT2023